Ветеран
23 Июнь 2023, 16:10

Йөҙ килограмлыҡ минометты ташып йөрөгән...

Ветеран 101-се йәйен ҡаршыланы.

Йөҙ килограмлыҡ минометты ташып йөрөгән...Йөҙ килограмлыҡ минометты ташып йөрөгән...
Йөҙ килограмлыҡ минометты ташып йөрөгән...

Өфөнөң Дим районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Хәмзин 101-се тыуған көнөн ҡаршыланы. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Антон Тарасов хәбәр итә.

Абдулла Мансур улы Ҡырмыҫҡалы районында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. 1943 йылдың октябрендә, фронтҡа китер алдынан, запастағы полкка эләгеп, ике ай буйына минометсылар курсында күнекмәләр үтә. Тәүге сынығыуҙы яугир 65-се гвардия миномет полкы составында Мәскәүгә яҡын Великие Луки ҡалаһы эргәһендәге һуғышта ала. ”Һау-сәләмәт, көслө инем, хатта йөҙ килограмлыҡ минометты ташып йөрөй торғайным”, тип хәтерләй ветеран. Абдулла Мансур улы һуғышта яралана, һул аяғының бармаҡтарын туңдыра, тик был хәл дә уға Еңеү көнөнә барып етергә ҡамасауламай. Берлинғаса юл үтә, намыҫлы, батыр хеҙмәте өсөн күп орден-миҙалдар менән наградланған.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран былтыр май айында Ҡыҙыл майҙанда булған һәм Еңеү парадына почетлы ҡунаҡ сифатында саҡырылған.

Антон Тарасов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас