Ветеран
26 Июль 2023, 05:00

“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”

"Гөлнара атай ҡыҙы инде ул, бәләкәйҙән уның эргәһендә өйөрөлөп, трактор йөрөтөргә өйрәнде..."

“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”
“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”

Айҙарәле ауылында донъя көткән, ярты быуат ғүмерен ауыл хужалығына арнаған, ә яңыраҡ етмеш йыллыҡ юбилейын билдәләгән Валерик Зәки улы Әхмәтовты Стәрлебаш районында яҡшы беләләр. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә сафта, ҡатыны менән мал-тыуар аҫрай, мал аҙығы әҙерләй. Был хужалыҡ эштәрендә пенсияға сыҡҡас һатып алған шәхси МТЗ-80 тракторы ярҙамға килә.

Хеҙмәт һөйөүсән ишле ғаиләлә тыуып үҫкән егет алты ир-баланың өсөнсөһө була. Арыҫлан урта мәктәбендә уҡығанда водитель һөнәрен ала.

– Уҡытыусыбыҙ Ғәфүр Арыҫланов ағай техника менән яҡындан танышырға ярҙам итте. Бик талапсан кеше ине, күбебеҙҙә үҙенең һөнәренә һөйөү уятты. Шуға күрә, күп уйлап тормаҫтан, мәктәпте тамамлағас, колхозда ҡалырға ҡарар иттем, – ти хеҙмәт ветераны. Валерик Зәки улы, илле йыл үтһә лә, тәүге техникаһын яҡшы хәтерләй. “Гусеницалы ДТ-75” тракторы ине, аҙаҡ башҡалары ҡулдан үтте. Төрлө культуралар иктем, һөрҙөм, сәстем, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләнем, бесән, һалам, силос әҙерләнем. Нигеҙҙә көнбағыш һәм кукуруз үҫтерҙем, – ти ул. – Иртәнге алтыла тораһың. Тракторҙарҙы әҙерләйһең һәм баҫыуҙарға йүнәләһең. Беҙ ваҡыт менән иҫәпләшмәй, намыҫ менән эшләнек тә эшләнек. Крәҫтиән эше һуңлағанды яратмай, ҡайһы саҡ бер көн тотош йылды туйҙыра. Йылдарҙың да төрлөһө булды, уңышлыһы ла, ҡоролоҡло уңышһыҙ йылдары ла”.

 1975 йыл айырыуса хәтеренә уйылып ҡалған ветерандың. Ҡот осҡос эҫелек бөтә сәсеүлектәрҙе тамырынан көйҙөргән. Башҡортостандың техника колонналары Ҡаҙағстанға, Краснодар крайына, Украинаға һалам әҙерләү өсөн юлға сыҡҡан. Валерик Зәки улын Ҡаҙағстанға ебәргәндәр.

–Үҙебеҙ һаламды преслайбыҙ, үҙебеҙ тейәйбеҙ һәм Башҡортостанға оҙатабыҙ. Ҡышын аҙыҡ етмәһә, бөтөнләй малһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы барлығын яҡшы аңлайбыҙ. Ул саҡта хеҙмәт кешеһенә ихтирам ҙур ине. Бер нисә тапҡыр шифаханаларға путевкалар, Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, хеҙмәтебеҙҙе баһаланылар, – тип иҫкә ала хеҙмәт йылдарын ветеран.  

Был йылдарҙа ете хужалыҡ рәйесе етәкселегендә эшләргә тура килә. “Барыһы ла талапсан, эшлекле шәхестәр ине. Айырыуса Минетдин Шафиҡовтың яҡшы ойоштороусы, шәп етәксе булыуын билдәләгем килә. Һәр кемгә ғәҙел, хәстәрлекле,  иғтибарлы булды,  халыҡ араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанды. Бөтә ерҙә тәртип хакимлек итте, яңы техника алынды, уңыш та, күрһәткестәр ҙә  юғары булды. Эш хаҡы лайыҡлы түләнде, иң мөһиме, яҡшы эшләгән хеҙмәт кешеһенә хөрмәт ҙур ине. Ҡатыным менән йыш ҡына йылы һүҙҙәр менән уны иҫкә алабыҙ, – ти Валерик  Зәки улы.

Хәләл ефете Тәғзимә Фәсхетдин ҡыҙы менән татыулыҡта 49 йыл бергә йәшәп, тормош ауырлыҡтарын еңеп, алтын юбилейҙарына яҡынлашҡан парға һоҡланмау мөмкин түгел. Заманында һауынсы, һөт йыйыусы булып эшләгән уңған, етеҙ Тәғзимә Фәсхетдин ҡыҙын ауыл Советы депутаты итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәткәндәр, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите хәбәрсеһе Рәйсә Мусина.

–Ирем иртәнән кискә тиклем колхозда эшләгәс, бөтә йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙемә һәм ҡыҙҙарым Светлана менән Гөлнараға башҡарырға тура килде. Хәҙер улар үҙаллы тормош көтә, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәре, хатта бүләләре менән һөйөндөрҙө. Гөлнара атай ҡыҙы инде ул, бәләкәйҙән уның эргәһендә өйөрөлөп, трактор йөрөтөргә өйрәнде, – ти Тәғзимә ханым.

Ғаилә тормошонда иң мөһиме нимә? Был һорауға ветерандарҙың яуабы бер: “Сабырлыҡ. Тормошта төрлө хәлдәр тыуып ҡына тора. Бер-береңде аңларға тырышырға кәрәк. Тәбиғәт тә гел генә ҡояшлы көндәрҙән тормай, йәшенле ямғыры ла, үҙәккә үткес һыуығы ла йыш алмашына. Ғәфү итә, яраша белергә кәрәк”.Ярты быуат ғүмерен ауыл хужалығына арнаған хеҙмәт ветеранын оло юбилейы менән ҡотлап, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Р. Йәғәфәров фотоһы.

 

“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”
“Ваҡыт менән иҫәпләшмәнем”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас