

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Мәстүрә инәй Таҡалова 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы айҡанлы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары һәм Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡотланы.
"Ошо көндәрҙә Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Мәстүрә инәй Таҡалова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Мәстүрә инәй, һеҙҙе матур, күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем!" - тип яҙған ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Мәстүрә Сәйфулла ҡыҙы бәләкәйҙән эшләй. Бала сағы ауыр осорға тура килеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең 90 йәшендә ул иҫ киткес оптимизм һәм тормош һөйөүсәнлекте һаҡлап ҡалған. Бөгөн дә эшһеҙ ултырмай, баҡсала булыша, йорт эштәре менән шөғөлләнә, яңылыҡтар ҡарарға ярата. Мәстүрә инәй ҡыҙҙары һәм улдарының хәстәрлекле иғтибарында һәм яҡлауында, 12 ейән-ейәнсәре һәм 18 бүлә-бүләсәре янында бәхетле ҡартлығын кисерә.
Юбилярға беҙ ҙә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.