

Республикала Өлкән йәштәге кешеләр көнө уңайынан төрлө байрам саралары башланды. Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Социалистик Хеҙмәт Геройы Әнүзә Дәүләтҡолованы ошо иҫтәлекле көн менән ҡотлаған һәм баянда уйнап, бик матур йыр бүләк иткән.
Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы ошо көндәрҙә 88 йәшен тултырған. Шуларҙың 35 йылын ул почтала хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Ул алты почтальондың ташыу бүлегендә бригадир булып хеҙмәт итә. Дәүләтҡолова бригадаһы 1100-ҙән ашыу йортто хеҙмәтләндерә.
Ул Өфө почтамтында бригада хеҙмәтен ойоштороу һәм түләү формаһын индерә, был иһә почтальондарҙың эшен һөҙөмтәлерәк яһай. Һуңғы 15 йылда Әнүзә Дәүләтҡолова хаҡлы ялға сығыр алдынан Өфө почтамты ҡарамағындағы элемтә бүлексәһендә иң ҙур транспорт участкаһы бригадиры булып эшләй.
Үҙенең оҙаҡ йылдар хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда Әнүзә Шәрифулла ҡыҙы күп һанлы дәүләт наградаларына һәм һөнәри исемдәргә, шул иҫәптән Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ булған. Әммә төп награда уға 1976 йылда бирелә - Социалистик Хеҙмәт Геройы. Был - республикала почта тарихында хат ташыусы шундай юғары исемгә лайыҡ булған берҙән-бер осраҡ.
Беҙ ҙә Әнүзә Дәүләтҡолованы Өлкән йәштәгеләр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото һәм видео: Ирек Сәғитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.