Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
4 Октябрь 2023, 08:00

92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән

Тау башында үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем, тигән ул.

92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән
92 йәшлек инәй Торатауға күтәрелгән

Дыуан районының Ҡаракүл ауылындағы "Нур-ислам" мәсете руханиҙары Башҡортостанды арҡырыға-буйға киҫкән. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә улар тағы ла оҙайлы сәфәрҙән ҡайтты. Уларға башҡорттар, ғөмүмән, бөтә мосолмандар өсөн изге урын – Торатауға сәйәхәт ҡылыу оҡшаған.

Диндарҙар араһында 92 йәшлек Фәриҙә Йәрмөхәмәтоваға ла бар.

– Төрлө иҫтәлекле урындарҙа булыу, әлеге шикелле йөрөп ятыу файҙаға ғына, – тип һөйләй ул. – Тотатауға менеү күптәнге хыялым ине, ниһайәт, ул тормошҡа ашты. Торатауҙың башында үҙемде яңынан тыуғандай хис иттем.

Фото: Гөлнара Мөфлихунова.

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас: