Ветеран
19 Октябрь 2023, 03:00

Ветеран йөҙ йәшен билдәләне

Юбилярҙы яҡташтары ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләне.

Ветеран  йөҙ йәшен билдәләнеВетеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран йөҙ йәшен билдәләне

Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеров – Стәрлебаш  районында билдәле шәхес. Ул – төбәктә  иҫән ҡалған  ике  һуғыш ветеранының  береһе. Ғүмеренең күп өлөшөн урман тармағына арнаған шәхестең 100 йыллыҡ юбилейын яҡташтары тантаналы шарттарҙа, ҡәҙерле ҡунаҡтар һәм туғандар солғанышында  район Мәҙәниәт йортонда үткәрҙе.

Юбилярҙы район хакимиәте, Урман хужалығы министрлығы, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш урман хужалыҡтары, ветерандар советы етәкселәре, йәш шайморатовсылар ихлас күңелдән ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе. Үҙешмәкәр артистар кисәне йыр-моң менән биҙәне.  Күңелле әңгәмә сәй табыны артында дауам итте. Юбилярҙың балалары һәм ейәндәре иҫтәлекле кисәне  бик матур итеп үткәргәндәре өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. Аҙаҡ күмәкләп  юбиляр менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”.

 Р. Йәғәфәров фотоһы.

Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран  йөҙ йәшен билдәләне
Ветеран йөҙ йәшен билдәләне
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас