

Яңауылда ярты быуат бәхетле никахта йәшәгән тормош юбилярҙарын яҡташтары ысын күңелдән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләне. Бәхетле парҙарға Башҡортостан Башлығының иҫтәлеге бүләктәре һәм ҡотлау адрестары тапшырылды, тип хәбәр итә Башҡортостан юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Оло тормош һәм данлы хеҙмәт юлы үткән, балалар үҫтергән өлкәндәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Рима һәм Рәйес Ахуновтар, Вәлимә һәм Ағзанур Нәжметдиновтар, Надежда һәм Минзарип Хөснуллиндар, Альбина һәм Алексей Якушкиндар рәхмәт һүҙҙәренә лә, хөрмәтләүҙәргә лә лайыҡ.
“Беҙҙең кеүек йәшәгеҙ, Ватанға хеҙмәт итегеҙ!””– ти улар.Оло йәштәгеләр тыуған Яңауылы, яратҡан төбәге именлеге һәм сәскә атыуы өсөн ҡулдан килгән бөтә эште башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Татыулыҡ, ярҙамсыллыҡ, фиҙакәрлек – уларға хас күркәм сифаттар. Тормош юбилярҙарының балалары һәм ейәндәре солғанышында оҙайлы ғүмер кисерергә яҙыуын теләйбеҙ!
Фото:Башҡортостан юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.