Ветеран
19 Декабрь 2023, 05:30

Сабира инәйгә - 95 йәш!

Хәйбулла ағинәйенә бәхетле ҡартлыҡ, шатлыҡ -ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер теләйбеҙ!    

Сабира инәйгә  - 95  йәш!Сабира инәйгә  - 95  йәш!
Сабира инәйгә - 95 йәш!

Хәйбулла район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тыл хеҙмәтсәне, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормошон район мәғарифы үҫешенә арнаған Сабира Сәхиулла ҡыҙы Юлдашбаева 95 йәшен билдәләгән.


Олпат йәштә оло иғтибар тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә Сабирә Сәхиулла ҡыҙы балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә. Оло юбилейы менән тәбрикләргә лә өй тултырып яҡындары, район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре, ветерандар советы рәйесе килгән. Бар ғүмерен бағышлаған Аҡъярҙың беренсе һанлы мәктәбенең вәкилдәре лә юбилярҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаған.Сабира инәй кеүек кешеләр районыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө, ти хәйбуллалар.
Балҡып торған йортта кинйә улы Шамилдың хәстәрендә бәхетле ғүмер кисерә ул бөгөн. Йор һүҙле, тормош һөйөүсән хеҙмәт ветераны һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. 95 йәшлек юбиляр хәтере яҡшы булыуы менән генә түгел, илдәге ваҡиғалар менән хәбәрҙәр булыуы менән дә һоҡландыра. Шуға күрә барыһына ла изге теләктәрен еткерә:”Ил-көндәр тыныс булһын да, барлыҡ кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр” тип теләй.

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Сабира инәйгә  - 95  йәш!
Сабира инәйгә  - 95  йәш!
Сабира инәйгә  - 95  йәш!
Сабира инәйгә - 95 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас