Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
4 Ғинуар , 15:00

Ай янында яҡты йондоҙ

Баймаҡтан моңло ғаилә - Мәғзүрә һәм Кирәймәргән Кейекбирҙиндәрҙән йырлы сәләм!

Ай янында яҡты йондоҙ
Ай янында яҡты йондоҙ

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Мәғзүрә һәм Кирәймәргән Кейекбирҙиндәр - районда иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Икеһе лә оҙаҡ йылдар лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеп, хаҡлы ялға сыҡты.

Хәҙер күңелдәре теләгән шөғөлдәр менән булып йәшәй улар, икеһе лә сәнғәтте ярата. Ғаилә башлығы Кирәймәргән Әғзәм улы баянда өҙҙөрөп уйнаһа, ҡатыны Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы уға моңло тауышы менән ҡушылып китә.

Илле йылға яҡын бер-береһенә терәк булып, ҡыҙҙары Гөлшанға өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәре Гөлназа менән ейәндәре Камилға хәстәрлекле олатай-өләсәй булған Кейекбирҙиндәр республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлай һәм үҙҙәренең йырлы сәләмдәрен еткерә.

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: