Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
11 Ғинуар , 16:30

Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында йәшәгән Мәнүр Хәлил ҡыҙы Бикбова үҙенең 90 йәшен билдәләне.

Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районының Иләс ауылында тыуып үҫеп, Байғусҡар ауылында йәшәгән Мәнүр Хәлил ҡыҙы Бикбова үҙенең 90 йәшен билдәләне.

Туп тибеп уйнар урынға һабан тартҡан, икмәк – фронт өсөн, тиеп бар көстәрен һалған һуғыш йылы балаларының береһе ул Мәнүр Хәлил ҡыҙы. Бала сағы дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисерә инәй.

Балалыҡ, йәшлек йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булыуы менән ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыға ул. Бар ғүмерен һауынсы булып эшләүгә бағышлай. Үҙенең игелекле, кешелекле булыуы менән туғандары, ауылдаштары араһында оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған кешеләрҙең береһе ул бөгөн.

90 йәшлек юбилейын да Мәнүр Хәлил ҡыҙының өй тултырып килгән яҡындары, күрше-тирәләре менән бергәләп ҡаршы алыуы күпте һөйләй. Үҙ булмышы менән һоҡландырған, йәштәргә өлгө булып йәшәгән нурлы инәйгә артабан да ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Мәнүр инәйҙе байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: