Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
13 Ғинуар , 09:00

Тракторсы инәйгә 101 йәш тулған!

Бәхетле ағинәй биш ҡыҙы ҡурсауында, 80-дән ашыу биш быуын вәкилдәре араһында ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәй.

Тракторсы инәйгә 101 йәш тулған!
Тракторсы инәйгә 101 йәш тулған!

Баймаҡ районының Билал ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Файза Мостафа ҡыҙы Юламанова 101 йәшен билдәләгән. Ул үҫмер сағынан колхозда тракторсы булып эшләгән. Йәшләй тол ҡалып, ете балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәйҙең бер улы һәм ҡыҙы вафат булған.

— Әсәйебеҙ, ҡәҙерлебеҙ, Файза Мостафа ҡыҙы 101 йәшен тултырҙы, биш ҡыҙы ҡурсауында, 80-дән ашыу биш быуын вәкилдәре: ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәләр, тыуасарҙар менән ҡәҙер-хөрмәттә, Хоҙайға шөкөр итеп, илебеҙгә тыныс күк йөҙө, бар ғаләмгә матур тормош, муллыҡ, ҡыуаныслы киләсәк булһын тип теләй, — тип яҙа ветерандың ҡыҙы Шәүрә Камалова.

Фиҙакәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яуларға булышлыҡ иткән тракторсы Файза инәйебеҙҙең бер быуатлыҡ һәм бер йыллыҡ ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: Шәүрә Камалова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: