Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
25 Ғинуар , 19:50

105 йәшлек инәй ҡайҙан?

Юбиляр "Ҡашҡаҙан" паркын күрергә теләүен белдергән.

105 йәшлек инәй ҡайҙан?
105 йәшлек инәй ҡайҙан?

Башҡортостанда бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләүселәр байтаҡ, ә бына 105 йәшен тултырған граждандар һирәк. Шуларҙың береһе Мария Чернова Өфө ҡалаһында йәшәй.

Юбиляр инәй граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарын күргән, илдең төрлө осорон кисергән бер быуаттан ашыу тере шаһит ул. Мария Чернова сығышы менән Благовещен районының Уҡман ауылынан. Ире менән ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Мария Чернованы Өфөнөң Октябрь районы башлығы Сергей Плотников барып ҡотлаған. Инәй "Ҡашҡаҙан" паркын күрергә теләүен белдергән. Сергей Плотников уға йәйен парк буйлап экскурсия ойошторорға вәғәҙә иткән.

Беҙ ҙә Мария Чернованы олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото: Октябрь районы хакимиәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: