Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
3 Февраль , 11:00

Буранғолдың шәп инәйе!

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәре хаҡтыр.

Буранғолдың шәп инәйе!
Буранғолдың шәп инәйе!

Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәгән Бәширә Усманованы ауылдаштары “тере энциклопедия” тип йөрөтә. Бәширә Шәкүр ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тормошҡа ыңғай ҡарашта, дәртле һәм рухлы. Инәй ауылдың тарихын яҡшы белә, ауылдаштарының һәр береһен исемләп иҫләй, шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй, юморға бай, күңелле һәм алсаҡ кеше, һуғыш осорон кисергән шәхес булараҡ та ихтирам ҡаҙанған.

Буранғолда тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән уҡыуға зирәк була. Унынсы класты тамам­лағас, Ҡусҡар балалар йортона пионервожатый булып эшкә бара. Унда бер йыл эшләгәс, артабан белем алыу өсөн Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә.

– Темәстә уҡы­ған саҡта, ҡыҙым, мин бейеүсе лә, спортсы ла булдым, уҡыуҙа ла алдынғы инем. Саңғы ярыштарында миңә тиңләшкән ҡыҙҙар ғына түгел, хатта егеттәр ҙә булманы. Училищены тамамлағас, диплом да алдым, төрлө ярыштарҙа яулаған значоктарым да күкрәк тулы ине, – тип йылмая шуҡ инәй.

– Математиканы мәктәптә уҡыған саҡта уҡ яраттым, шуға күрә ул миңә еңел бирелде. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә лә был хаҡта яҡшы белгәндәрҙер, күрәһең. Мине шунда уҡ Хәмит ауылына математика уҡытыусыһы итеп ебәрҙеләр, шунда биш йыл эшләнем, кейәүгә сыҡтым, балаларым тыуҙы. Ауылымды һағынам шул, дәрестән тура ҡыш көндәрендә саңғы менән ҡайтып урайым. Ирем менән уйлаштыҡ та Буранғолға ҡайтып төпләндек.

Үкенескә ҡаршы, 1952 йылда ире үлеп ҡала, биш баланы яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Бер һөнәрҙән дә ҡурҡып тормай ул, әсәйҙәренән күреп, балалары ла эшкә әрһеҙ, егәрле булып үҫә. Ҡыҙғанысҡа, Бәширә Шәкүр ҡыҙына бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә. Әле балаларының өсәүһе иҫән. Янында ике улы йәшәһә лә, инәй бер үҙе донъя көтөүҙе хуп күрә.

“Яңғыҙ булғаным да юҡ, ауылдаштарыма ҙур рәхмәт. Килеп хәл белеп китәләр, уҡыусыларым да ташламай. Балалар һәр саҡ ярҙам итә, бигерәк тә күршем Гәүһәр Сабитоваға ихлас рәхмәтемде еткергем килә. Көн һайын иртә менән инеп сыға, бергәләшеп сәй эсәбеҙ, аш-һыу йүнләп ултырта. Һуңғы ваҡытта күҙҙәрем аҙыраҡ ҡараңғыланып тора, улым менән операцияға барырға иҫәп. Бар уңайлыҡтарҙы балаларым күптән булдырҙы, һыу эстә, тышҡа сығырға ла кәрәкмәй, әммә көн һайын урамға сығып бер әйләнмәһәм, күңелем булмай”, – ти ағинәй.

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәре хаҡтыр. Иртә менән тәндәрен яҙып, оҙаҡ йылдар спорт менән шөғөлләнгән, йүгергән һәм саңғыла йөрөгән Бәширә инәй, оҙаҡ йәшәү сере – сәләмәт йәшәү һөҙөмтәһе, тип һанай. Ветерандар советы рәйесе булып эшләгән йылдарында ла сәләмәт йәшәү рәүешенә ныҡ иғтибар бирә, хаҡлы ялға сыҡҡан ауылдаштарын спортҡа ылыҡтыра.

Намаҙҙарын уҡып, күңелендә булған әллә күпме шиғырҙарын яттан һөйләп, ауыл тормошо, уның эшсән халҡы тураһында көндәр буйы һөйләй ала ул. Оло йәшендә лә йәштәргә үрнәк, ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән Буранғол ауылы ағинәйенә һоҡланырлыҡ та, ғәжәпләнерлек тә. Артабан да һау-сәләмәт булығыҙ, Бәширә инәй!

Авторҙың фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: