Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
3 Февраль , 09:00

Темәс ағинәйенә - 100 йәш!

Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән Ғәйшә Әбсәләмованы ҡотлайбыҙ.

Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Темәс ағинәйенә - 100 йәш!

Кисә Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән ағинәй бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Юбилярҙы ҡотларға раойн хакимиәте башлығы Фәнис Әминев барған һәм был хаҡта үҙенең социаль селтәрендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы 1924 йылдың 2 февралендә Баймаҡ районы Темәс ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде ул тыуған ауылында ала. Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә.
Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙының хеҙмәт юлы Темәс башҡорт педагогия училищеһында башлана. Училищеның дөйөм ятағында йыйыштырыусы ла, комендант та булып эшләй. Уға Темәс балалар йортонда ла эшләргә тура килә. Ауылдағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә.
1956 йылдан 1976 йылға тиклем Темәс урта мәктәбендә иҙән йыуыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Уңған, тырыш, булдыҡлы Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы ауыл советына 2 тапҡыр депутат итеп һайлана, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп кенә маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Тормош иптәше Риза Сәйетғәле улы менән 5 бала тәрбиәләп, һәр береһенә лайыҡлы белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
Хөрмәтле Ғәйшә Сәфәрғәли ҡыҙы! Һеҙҙе яратҡан ҙур ғаиләгеҙ менән тағы ла күп йылдар бергә бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙҙе бер быуатлыҡ юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!" - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. 

Бөгөн йөҙ йәшлек инәйҙең биш ейән-ейәнсәое һәм ете бүлә-бүләсәре бар.

Беҙ ҙә инәйҙе 100 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға яҡындары менән бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ!

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Темәс ағинәйенә - 100 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: