Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
14 Февраль , 17:00

Ул 103-сө ҡышын ҡаршыланы

Ветеран һуғыштың башынан аҙағына тиклем үтә.

Ул 103-сө ҡышын ҡаршыланы
Ул 103-сө ҡышын ҡаршыланы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Михайлович  Ефимов 103 йәшен билдәләне, тип хәбәр итә “Стерлитамакский рабочий” гәзите. Ҡала округы депутаттары, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте бүлеге начальнигы Илгиз Еналиев, “Победа” хәрәкәте ирекмәндәре ветеранды тыуған көнө менән ҡотлап, уға ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләне.

Николай Михайлович 1941 йылдың май айында Совет армияһы сафында хеҙмәт итә башлай, күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ветеран уны башынан аҙағына тиклем үтә.

Һуғыш тамамланғас,  Стәрлетамаҡ районының Ишбарс  ҡасабаһындағы тыуған мәктәбендә хәрби етәксе булып эшләй. Бынан тыш, ул ике институт тамамлай һәм директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара.

Ветеранды тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, уға яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: