Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
26 Февраль , 15:00

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 101 йәш!

Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә генә саҡырыла

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 101 йәш!
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 101 йәш!

Кисә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова 101 йәшен билдәләне. 

Валентина Потапова фронтҡа ни бары 19 йәшендә генә саҡырыла. 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынған бер төркөм ҡыҙҙар Свердловск өлкәһенә хәрби хеҙмәткә өйрәтеү маҡсатында уҡырға ебәрелә. Йәп-йәш һылыуҡайҙар ҡулына винтовканы нисек тоторға, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнә.
Хәрби хеҙмәттең тәүге сирҡанысын алған ҡыҙҙарҙың кемеһелер санинструктор булараҡ фронтҡа оҙатыла, икенселәре элемтәсе итеп тәғәйенләнә, ә Валя 100-сө аэродромды хеҙмәтләндереүсе батальонға эләгә. “Миңә атырға тура килмәне, фашист менән дә күҙмә-күҙ осрашманым, әммә беҙҙең батальон армияның артынан һис тә ҡалмай алға атланы. Емерелгән ауыл-ҡалаларҙы күргән һайын фашистарға ҡарата нәфрәтем артты. Йылғалар ҙа, һәләк булған яралыларҙың ҡанына мансылып, төҫөн үҙгәртте. Хәрби хеҙмәтте хәрби ҡорамалдар һаҡланған складты һаҡлауҙан башланым. Аҙаҡ мине радистар курсына күсерҙеләр. Еңеү таңын радист булараҡ, Литваның Каунас ҡалаһында ҡаршыланым. 1945 йылдың сентябрендә тыуған яғыма ҡайттым һәм ике йылдан тормошҡа сыҡтым”, – тип һөйләй ветеран инәй.
Тормош иптәше Михаил Потапов та һуғыш юлын үткән фронтовик була. Ҡыйыу яугиргә күп тапҡыр Ладога күле буйлап йоҡа боҙ өҫтөнән “Йәшәү юлы”нан үтергә тура килә. Һуғыштан һуң да Михаил Кирсан улы руль менән идара итеүҙән туҡтамай, оҙаҡ йылдар АТП-ла водитель булып эшләй.
Бәхетле ғаиләлә дүрт бала үҫә, уларҙың барыһы ла юғары белемгә эйә. Ҡалала ла, районда ла Потаповтар хөрмәтле кешеләр була, уларҙың хәрби наградалары янына тыныс хеҙмәттә алғандары ла өҫтәлә. Әле Валентина Потапованың күкрәген Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәте өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Баймаҡ ағинәйен тыуған көнө менән ҡотларға райондың ветерандар ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова менән эштәр идарасыһы Илгиз Байымов килде.
 
Фото: "Бәйләнештә"
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 101 йәш!
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына - 101 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: