Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
4 Март , 16:00

Зәйниза Тулыбаеванан - "Етеле шәм"

Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Зәйниза Тулыбаева бик матур итеп яратҡан йырыбыҙҙы башҡара. Афарин!

Зәйниза Тулыбаеванан - "Етеле шәм"
Зәйниза Тулыбаеванан - "Етеле шәм"

Был йыр тәүге тапҡыр Салауат башҡорт драма театрында Нәжиб Асанбаевтың "Зәйтүнгөл" спектаклендә яңғырай. Йырҙы Сибай ҡалаһында йәшәгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, һәүәҫкәр композитор Хисмәтулла Дәүләтов менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Рәсимә Ураҡсина яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың икеһе лә иҫән түгел, ә йырҙары йәшәй.

"Етеле шәм" йырын Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Зәйниза Тулыбаева башҡара. Инәй ҡыҙы Нәйлә һәм кейәүе Хәсән Илбуловтар менән бергә йәшәй.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: