Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
27 Март , 18:00

Ветеранға 100 йәш тулған

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. 

Ветеранға 100 йәш тулған
Ветеранға 100 йәш тулған

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовты 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлаған. Фәнзил Фәйез улы юбилярға РФ Президенты Владимир Путиндың Һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауҙарын тапшырған.

"Ватанды һаҡлаған, халҡыбыҙҙың азатлығын һәм киләсәген яҡлаған һеҙҙең быуынға, фронтовиктарға ихлас рәхмәтлебеҙ, - тигән район башлығы Ғәбдрәхим Саттар улына сәскәләр һәм бүләктәр тапшырып. - Беҙ һәр ветеран менән ғорурланабыҙ. Дошманды еңеүгә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхет һәм именлек теләктәрен ҡабул итегеҙ!"

Хөрмәтле ветеранға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова һәм Ғафури районы ветерандары советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла үҙ теләктәрен еткергән.

Беҙ ҙә йөҙйәшәр ветеранды ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: Гөлдәр Кинйәбаева

Ветеранға 100 йәш тулған
Ветеранға 100 йәш тулған
Ветеранға 100 йәш тулған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: