Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
29 Март , 10:00

Ғүмере буйы ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған...

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Сабирйән Аблаев үҙенең олпат юбилейын билдәләне. Уға 95 йәш тулды.

"Ғүмерем буйы ер һөрҙөм, иген сәстем һәм уңыш йыйҙым” – ти Сабирйән Сөләймән улы үҙе хаҡында.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән аҡһаҡал был һүҙҙәрендә тулыһынса хаҡлыҡ бар.

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Сабирйән олатай ни бары 4-се класты тамамлап өлгөрә. Артабан үҫмергә уҡыу эләкмәй. 12 йәштән колхоз малын көтә, ҡарауылсы ла була. Һарыкүл МТС-ында тракторсылар курсын тамамлай. Артабан комбайнсы һөнәрен үҙләштерә. Слесарь булып та эшләй. Оҙаҡ йылдар Вәлит һөтсөлөк фермаһы, артабан машиналар ихатаһы, иген келәте мөдире вазифаһын башҡара, бригадирлыҡ эшен дә алып бара.

1991 йылда оло хөрмәт яулап, хаҡлы ялға сыға. Сабирйән Сөләймән улының Яңы Ергән ауылына килеп, балалары менән бергә йәшәй башлағанына ла ун һигеҙ йыл. Ул һабантуй, һайлауҙар булһынмы, оло йәшле олатай һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында. Һуңғы осор ғына бер аҙ йәше үҙен белгертә, ти яҡындары. Шулай ҙа алсаҡлығы, ихласлығы, тормош яратыуы әле булһа күҙҙәрендә нурлана. Ҡыҙы тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисергән Сабирйән Сөләймән улына һәм уның яҡындарына артабан да имен тормош, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Ғүмере буйы ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған...
Ғүмере буйы ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған...
Ғүмере буйы ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған...
Ғүмере буйы ер һөргән, иген сәскән һәм уңыш йыйған...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: