Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
15 Апрель , 21:20

105-еңә лә килергә әҙермен!

Радий Хәбиров Миәкә районындағы берҙән-бер һуғыш ветеранын 100 йәше менән ҡотланы.

105-еңә лә килергә әҙермен!
105-еңә лә килергә әҙермен!

Радий Хәбиров Миәкә районындағы берҙән-бер һуғыш ветеранын 100 йәше менән ҡотланы

15 апрелдә Миәкә районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Феодосия Митрофановна Пашинаны 100 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Оло ил инәһенә һаулыҡ теләп, уға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Феодосия Митрофановна 1924 йылда Мәнәүезтамаҡ ауылында донъяға килгән. 20 йәшлек ҡыҙ 1944 йылда фронтҡа китә. Уны Икенсе Украина фронтының 1126-сы санитар полкына шәфҡәт туташы итеп ебәрәләр. Украинаны, Молдавияны, Бессарабияны, Румынияны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Тыуған яғына ҡыҙ 1945 йылда әйләнеп ҡайта. Тыныс көндәрҙә лә ул һөнәренә тоғро ҡала – шәфҡәт туташы булып эшләй.

Яуҙағы фиҙакәрлеге, тылдағы хеҙмәте өсөн Феодосия II дәрәжә Ватан ордены, “Хеҙмәт ветераны” һәм хөкүмәттең рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Бөйөк Еңеүҙәң 60 йыллығы уңайынан район хакимиәте ветеранға бер бүлмәле фатир бүлгән. Миәкә районында Феодосия Митрофановна – берҙән бер иҫән һуғыш ветераны.

- 2020 йылда Феодосия Митрофановна менән осрашҡанда 100 йәшенә килеп ҡотлаясағымды вәғәҙә иткәйнем. Бына һүҙемдә торҙом. Ветерандың кәйефе яҡшы. 105-енә лә килергә әҙермен, тинем. Был быуынға дан! - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.

- Кешеләрҙең мәктәп түбәһенән һыу ағыуы йә булмаһа 30 йыл буйы ремонтланмаған насар юлдар тураһында борсолоуы эш түгел инде. Райондарға ярҙам итергә кәрәк, улар әүҙем үҫешә. Миәкә районында парк та, ял зонаһы эшләү өсөн инвестпроект та оҡшаны. Бында эшҡыуарлыҡ беләшмәһе көслө. Артабан да килеп тыуған һорауҙарҙы сисеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ:

105-еңә лә килергә әҙермен!
105-еңә лә килергә әҙермен!
105-еңә лә килергә әҙермен!
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: