Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
17 Апрель , 08:30

Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...

"Тап ошо фотола яратҡан олатайыбыҙҙың бар асылы сағыла, сөнки ул..."

Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...
Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...

Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәгән Нурийән Абдразаҡов баҡыйлыҡҡа күскән. Күптәр әбейен үбеп төшкән фотоларын хәтерләйҙер әле. Улар күптән интернет киңлеген иңләй, өлкәндәр "йондоҙ"ға әүерелеп бөткәйне.

Был хаҡта Рәмзиә Кәримова-Байбулатова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә йылы яҙма ҡуйған.

“Изге ураҙа айының оло йомаһында Әбйәлил районы Хәлил ауылының иң оло кешеһе, беҙҙең яратҡан олатайыбыҙ Нурийән Абдразаҡов баҡыйлыҡҡа күсте. Йор һүҙле, оло йөрәкле, изге күңелле кеше ине ул, Ишбикә өләсәй менән ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе булдылар, шәп балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Аҫтағы ошо фотоны 2013 йылда Нурийән олатайҙың 85 йәшен һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгәндә Илдар Байбулатов төшөргәйне. Һуңынан ул фото интернет киңлектәрендә ныҡ таралып, популяр булып китте. Тап шул фотола Нурийән олатайҙың бар булмышы сағыла: шаян, эскерһеҙ, алсаҡ, ихлас! Беҙҙең хәтерҙә лә ул шундай булып ҡаласаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, тыныс йоҡла, Нурийән олатай!” - тип яҙған ул.

Урының йәннәттә булһын, йор һүҙле, шаян һәм көләкәс Нурийән олатай!

Сығанаҡ: Рәмзиә Кәримова-Байбулатованың сәхифәһе.

Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...
Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...
Нурийән бабай ҙа үлеп ҡалған...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: