Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
18 Апрель , 00:15

"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”

- ти күптән түгел 100 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов.

"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”
"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”

Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Еңеү яулаған ветерандарға сикһеҙ рәхмәтле һәм уларға ҙур ихтирам-хөрмәт менән ҡарай. Күптән түгел бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылаған, Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән ветеран Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов менән осрашыуҙы бик тулҡынланып көттөк. Урындағы ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән ветеран йәшәгән йортҡа юлландыҡ. Ғәбдрәхим Саттар улы һәм йорт хужалары барыбыҙҙы ла бик ихлас, шатланып ҡаршыланы.

Ғәбдрәхим Садиҡов Ғафури районының Яңы Заһит ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 17 йәш кенә була. 18 йәше тулыуға, йәғни 1942 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башта - Алкинда, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәнә. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, Бөйөк Ватан һуғышына оҙаталар. 2-се Белоруссия фронтының минометсылар бригадаһына эләгә Ғафури егете. Ғәбдрәхим Саттар улы һуғышҡан полк бик күп ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың яҙын ул Берлиндан 60 саҡрым ғына ситтә ҡаршылай. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта һәм ауылдашы Ғилмийыһанға өйләнеп, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡатыны мәрхүмә булғанға 16 йыл үткән.

Ветерандың ҡыҙы Фәниәгә – 84 йәш. Ул балалар баҡсаһында эшләгән. 75 йәшлек ҡыҙы Роза тәрбиәсе булған. Өлкән улы Маратҡа – 76 йәш. Ул инженер-конструктор булып эшләгән. Рәшиткә – 72. Ул химия заводында – тракторсы. Унан кесерәк Ришатҡа – 68 йәш. Ул шулай уҡ химия заводында слесарь булып эшләй. Иң бәләкәй улы Ринатҡа – 63 йәш. Ҡаҙанлыҡ ҡоролмалары операторы булып эшләй ул.

Бөгөн Ғәбдрәхим Саттар улы төпсөк Ринат менән килене Галина тәрбиәһендә матур ғүмер кисерә. Ветерандың балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүенә сорналып, бәхеткә төрөнөп, бик матур, ҙур йортта йәшәүенә шаһит булдыҡ. Үҙенең яу һәм тормош юлы тураһында һөйләне ветеран.

– Ғәҙел, тырыш һәм һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ, – тип кәңәш бирҙе Ғәбдрәхим Саттар улы.  

Яңы Заһит ауылында балта оҫтаһы булып эшләгәндән һуң, Красноусол ауылына йәшәргә күскәс, коммуналь хужалыҡҡа эшкә төшкән Ғәбдрәхим Садиҡов. Алтын ҡуллы ветеран яһаған әллә күпме әйберҙән хәҙер Красноусолдағы тәҙрәләр уның уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә һәм уның һәр эшен яратып башҡарыуына үҙенә күрә бер дәлил булып ҡалған. Ҡасандыр ул яһаған саңғыларҙа Ғафури районы спортсылары ярышҡан. Был – ул атҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Ғүмере буйы ғаиләһе именлеге, балалары бәхете өсөн тырышҡан Ғәбдрәхим Саттар улы хәҙер үҙе ишле ғаиләһенең йылы хәстәрен тойоп йәшәй. Хатта иң бәләкәй бүләре Алан да ҡәҙерле кешеһенә һыйынырға, олатаһының миҙалдарын ҡыҙыҡһынып барларға тырыша. Бына ул бәхет – быуын сылбырҙарының өҙөлмәүендә, яҡындарыңдың һөйөп ҡараған күҙҙәрендә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”
"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”
"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”
"Һәр көнгә рәхмәтле булығыҙ”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: