Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
19 Апрель , 08:00

Йәнтеш оҫтаһы көйәнтәләр эшләй

Әле оҫта 10 көйәнтә эшләп биргән һәм ике көйәнтәгә заказ алған.

Йәнтеш оҫтаһы көйәнтәләр эшләй
Йәнтеш оҫтаһы көйәнтәләр эшләй

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән Моталов Мәжит Ғәлиулла улы боронғо кәсепте тергеҙеп, көйәнтә эшләүгә тотонған. Муйыл ағасынан бөгөп  эшләнгән көйәнтәләр заводтыҡынан  һис тә кәм түгел  - үҙе еңел, үҙе уңайлы. Әле оҫта 10 көйәнтә эшләп биргән һәм ике көйәнтәгә заказ ҡалдырып киткәндәр. Үҙе еңел, үҙе матур көйәнтәләрҙе муйыл ағасынан бөгөп эшләй.

Көйәнтәләргә заказды ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатҡан әсәйҙәр күп бирә, ти оҫта. Афарин, Йәнтеш аҡһаҡалы!

Фото: Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: