Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
27 Апрель , 20:30

Был райондағы берҙән-бер ветеран нисек йәшәй?

Күҙ теймәһен: йәштәреңдән былайыраҡ!

Был райондағы берҙән-бер ветеран нисек йәшәй?
Был райондағы берҙән-бер ветеран нисек йәшәй?

Стәрлетамаҡ районында йәшәгән берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Ғәбдрәшит Әһлиуллин 97 йәшен билдәләне. Ул райондың почетлы гражданы, Талаҫ ауылында йәшәй.

Ғәбдрәшит ағайҙы хеҙмәткә 1944 йылда саҡыралар. 17 йәшлек егет бабаһы менән генә йәшәгән була, сөнки ата-әсәһе ул бәләкәй саҡта уҡ репрессияға эләгеп, һөргөнгә оҙаталар. Бөйөк Еңеүҙән һуң да ул ҡайтып төшмәй әле – Японияла хеҙмәтен дауам итә.Тыуған яғына Ғәбдрәшит Әһлиуллин 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта һәм Талаҫ ауылында төпләнә.

Өйләнә, ҡатыны менән бергә биш ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

97 йәшендә лә Ғәбдрәшит Хәмит улы әүҙем тормош алып бара, машина ла йөрөтә, баҡса ла үҫтерә. Дин юлында, намаҙ уҡый.

Шулай тормоштан йәм табып бәхеттә, тыныс күңел менән йәшәүеңде теләйбеҙ, ветеран!

Видео: асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: