Бөгөн юбилярҙы тыуған көнө менән дә, Еңеү байрамы менән дә ихлас ҡотлайҙар.
Инәй 1917 йылда тыуған. Уға бер йәш тә тулмаған, ата-әсәһе вафат булған, ҡыҙсыҡ етем ҡалған. Бер туған апалары һәм ағалары балалар йорттарына таратыла, ә уны инәһе тәрбиәгә ала. Бала сағы бик ауыр була, бәләкәйҙән бик күп эшләргә тура килә.
Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙы Кәбирова Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда тиҫтерҙәре менән төрлө эштәрҙә көс түккән. “Йәш саҡта колхозда арыу-талыуһыҙ эшләнем. Алабута беҙҙе аслыҡтан, үлемдән йолоп алып ҡалды. Ирем вафат булғас, донъя мәшәҡәттәрен бер үҙемә күтәрергә тура килде,” – ти хеҙмәт һәм тыл ветераны.
Ире 1941 йылда һуғышҡа киткәс, ул өс балаһы менән тороп ҡала. Фермала, баҫыуҙа эшләй, аҙаҡ трактор йөрөтөргә өйрәнә. Төнөн яугирҙәргә оҙатыу өсөн йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй. Тормош иптәше һуғыш тамамланғандан һуң йәнә ике йыл хеҙмәт итә, орден-миҙалдар тағып, тыуған яҡҡа ҡайта. Ни бары алты йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар, һуғыш яралары ирҙең сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатҡан була.
Шәһиҙә Нуриздан ҡыҙы ете баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра.
Бөгөн, 107 йәшендә, Шаһиҙә инәй үҙенең матур һәм уңайлы йортонда йәшәй. Ул һәр ваҡыт балаларының, 19 ейән-ейәнсәренең, 29 бүлә-бүләсәһенең, 27 бүләр-бүләсәһенең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп көн итә.
Юбилярҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм бәхетле ҡартлыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтан