Ҡадир Даян 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.
1930—1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936—1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй. Уның тәьҫирендә күп студенттар әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай.
Ҡадир Даяндың шиғырына мәктәп уҡыусылары Беренсе Май байрамында демонстрацияла йырлаған дәртле йыр яҙылған. Был әҫәр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла.
Әҙиптең бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы.
Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына. 1930 йылдар уртаһынан алып 1970 йылдарға тиклем уның әҫәрҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрендә ныҡлы урын ала. Уның "Күбәләк, «Елка», «Тышта саф һауа» һәм башҡа шиғырҙары балалар күңелендә һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына шағир 1941 йылдың июль башында үҙе теләп китә һәм Калинин фронтында Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Замандаштары, ҡәләмдәштәре Ҡадир Даянды кешелекле, ярҙамсыл кеше итеп белә. Фронтовик-шағир һуңғы көнөнәсә үҙен һәр саҡ алғы һыҙыҡта тип иҫәпләй.
Ҡадир Даян Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ике Почёт Билдәһе ордены менән наградлана.
Мәғлүмәт сығанағы: https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡадир_Даян
Зәйтүнәкәй
1.Алмағастар сәскә атҡан саҡта
Йылға өҫтөндә томандар ятты.
Сығып текә бейек яр башына
Зәйтүнәкәй алыҫҡа баҡты.
2.Сыҡты ла ул дәртле йырын һуҙҙы
Сал бөркөттәй егет хаҡында.
Пар күңелдән өҙөлөп һөйә уны
Һис юғалтмай һаҡлай хатында.
3.Ос һин, әйҙә, гүзәл ҡыҙҙың йыры
Алыҫтағы ҡояш артынан.
Ил сигендәге батыр егеткә
Хәбәр осһон һәр бер хатынан.
4.Онотмаһын ябай һылыу ҡыҙҙы
Хәтерләһен нисек йырлауын.
Һаҡлаһын ул бөйөк тыуған илде,
Зәйтүнәкәй һаҡлар һөйөүен.