Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
15 Май , 09:00

Туҡһанында ла мандолина ҡылдарын сиртә.

Йылайыр районында йәшәгән 90 йәшлек Герой- әсә Ғәлиә Исламғолова  балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, һау-сәләмәт ғүмер итә. Йәш сағында уның мандолина көйөнә кемдәр генә бейемәгән икән... Әле булһа бармаҡтары онотмай мандолина ҡылдарын сиртә.

Туҡһанында ла мандолина ҡылдарын сиртә.
Туҡһанында ла мандолина ҡылдарын сиртә.

Ошо көндәрҙә Йылайыр районы Йомағужа ауылында  йәшәгән Герой- әсә Ғәлиә Исламғолова үҙенең 90 йәшен билдәләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, юбилярҙың иҫе теүәл, зиһене яҡты.  Әле ул балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, һау-сәләмәт ғүмер итә. Йәш сағында уның мандолина көйөнә кемдәр генә бейемәгән икән... Әле булһа бармаҡтары онотмай мандолина ҡылдарын сиртә.

Видеоны ҡыҙы Рәүилә Теүәлбаева төшөрөп алған.

Йылайыр ағинәйенә артабан да бәхетле ҡартлыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ!

Фото һәм видео: Рәүилә Теүәлбаева.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: