Әхмәтова Фәйрүзә 1939 йылда тыуған.Тормош иптәше Рәшит Юмағужа улы мҽнән ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн ул Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында йәшәй.
Бөгөн бәхетле инәйҙең дүрт ейәне, алты ейәнсәре һәм һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
Күпләп мал тотоп, йыл һайын тиерлек 100-ләп ҡаҙ үрсетә ул. Баҡсаһында ла эшләй, ул үҫтергән йәшелсәләр емерелеп үҫә. 85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә һыйыр көтә.
Күптән түгел теремек инәй Ғәҙелша шарлауығына менеп, уның матурлығына йәнә бер һоҡланып ҡайтҡан. Был хаҡта ейәнсәре Әлфиә Әбделмәнова хәбәр итә.
“Өләсәйҽбҽҙ быйыл 85 йәшҽн тултырҙы, Аллаға шөкөр. Шул йәшҽнә ҡарамаҫтан, мал көтә, ҡош-ҡорт үҫтерә. Һыйыр һауып ҡаймағына хәтлҽ айыртьп бала-сағаларын ҡыуандырып тора.Тик ултыра бҽлмәгән өләсәйебеҙ "Ғәҙелша" шарлауығына менеп, тәбиғәтебеҙгә һоҡланып, бәләкәй сабый шикҽллҽ ҡыуанып бҽр була. Өләсәйҽбҽҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмҽр, бәхҽтлҽ ҡартлыҡ тҽләйбҽҙ. Күҙҙәр тҽймәһҽн бҽҙҙҽң өләсәйҽбҽҙгә”, -тигән ул.
Ғәҙелша (Ибраһим) шарлауығы - Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге - 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе - 7-шәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.
Фото: Әлфиә Әбделмәнова.