Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
19 Июнь , 15:00

Мәрйәм инәйгә 90 йәш!

Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында йәшәгән Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Рәимова 90 йәшен ҡаршыланы.

Мәрйәм инәйгә 90 йәш!
Мәрйәм инәйгә 90 йәш!

Хәйбулла районы оҙаҡ йәшәүселәр менән дан тота. Ошо көндәрҙә Беренсе Мырҙа ауылында йәшәгән Мәрйәм Мостафа ҡыҙы Рәимоваға 90 йәш тулды.
Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән оло быуынға ҡарап ғорурланыуҙан тормоштоң ҡәҙере тағы ла арта кеүек. Беренсе Мырҙа ауылында йәшәүсе Мәрйәм Мостафа ҡыҙының балалыҡ, йәшлек йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булыуы менән бар ҡыйынлыҡтарҙы йырып сыҡҡан, әле лә үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәй белгән һоҡланырлыҡ ағинәй ул.
Тынғыһыҙ хеҙмәт йылдары ғына түгел, ете балаға ғүмер биреп үҫтергән күркәм ғаилә тормошо йыльяҙмаһы ла биҙәй уның ғүмерен. Тормош иптәше күптән инде гүр эйәһе булһа ла, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибар-һөйөүенә төрөнөп бәхетле ҡартлыҡ кисерә инәй бөгөн.
Киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡта, балаларының шатлыҡ-һөйөнөстәренә ҡыуанып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә Хоҙай насип итһен!

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан

Мәрйәм инәйгә 90 йәш!
Мәрйәм инәйгә 90 йәш!
Мәрйәм инәйгә 90 йәш!
Мәрйәм инәйгә 90 йәш!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: