Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
27 Июнь , 11:00

88 йәш тип кем әйтһен!

Йәш сағынан сәхнәләрҙән төшмәгән, һәр байрамдың йәме булған Ҡәмәриә Йосопова әле лә йыр -моңдарын һуҙа.

88 йәш тип кем әйтһен!
88 йәш тип кем әйтһен!

Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәгән Ҡәмәриә Йосопова 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йортонда йәштәрсә донъя көтә. Тәҙрә төптәре шау гөлдәргә күмелһә, баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә төҫ ташламаған был мөләйем инәйгә ҡарап, һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. Икмәген дә үҙе һала, ҡуҙ самауырын да ҡайната. Зиһене шәп, йөҙө көләс, ә үҙе - торғаны менән шуҡ һәм мут инәй. Рәхәтләндереп көлдөрөп тә ала, моңландырып йыр ҙа һуҙа, шаян таҡмаҡтарын да әйтә.

Алты бала тәрбиәләгән инәй бөгөн уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, шатлыҡ- ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәй.

Әмин ауылының матур күңелле ағинәйе тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында танышырһығыҙ, әлегә уның йыр- моңдарын тыңлап алығыҙ!

Автор видеоһы һәм фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: