Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта Ишембай районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа инеү тураһында 162 акт яҙмаһы теркәлгән.
Улар араһында иң йәш пар — 25 йәшлек егет менән 17 йәшлек ҡыҙ.
Ә иң өлкәне — 72 йәшлек кейәү менән 66 йәшлек кәләш. 2024 йылдың 29 июнендә Владимир Лефлер һәм Любовь Глазырина сәстәрен сәскә бәйләгән.
Ҡотлайбыҙ! Уларҙың һөйөүе һүнмәһен, һүрелмәһен, туғандары һәм яҡындары яндарында булһын, ә күңелдәре һәр саҡ йәш ҡалһын!
Фото: "Башинформ"