-6 °С
Болотло
Республикала йөҙйәшәр инәйҙәрҙең сафы арта. Ошо көндәрҙә Салауат районы Урмансы ауылынан Сәүиә Мирхәйҙәрова үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршы алған. Бар күңеле менән кешеләргә яҡшылыҡ өләшкән инәй бер ваҡытта ла яман һүҙ әйтмәгән, һәр саҡ изгелекле һәм миһырбанлы булған. Үҙ тиңдәштәре кеүек колхозда эшләгән, балалар үҫтергән һәм донъя көткән.
"Ғүмеремдә берәү менән дә талашманым һәм йөҙгәсә ететм", - ти Сәүиә Аллаяр ҡыҙы.
Йөҙйәшәр инәйгә артабанда бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ -сәләмтлек теләйбеҙ!
Фото һәм сығанаҡ: "Салауат ерендә" гәзитенән