Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
9 Июль , 07:50

70 йәшлек IT-чемпион!

Яҡташыбыҙ пенсионерҙар араһында компьютер спорты буйынса үткәрелгән Рәсәй чемпионатында еңде!

70 йәшлек IT-чемпион!
70 йәшлек IT-чемпион!

Хәйбулла районынан 70 йәшлек Салауат Юлдашбаев пенсионерҙар араһында  компьютер спорты буйынса XIII Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеүсе тип танылған.

Чемпионат Мәскәүҙә ойошторолған, дистанцион форматта үткән. IT-чемпионат күп йылдар инде Рәсәй буйынса меңләгән хаҡлы ялдағылар өсөн көтөп алған ваҡиға. Был сара оло быуын һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында компьютер технологияларын популярлаштырыу, уларҙы мәғлүмәти мөхиткә йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Финалистар смартфонда эшләү, һанлы мөхиттә финанс белемен күһәтеү, "Яндекс" эҙләү системаһында эшләү буйынса эш тәжрибәләрен күрһәтә.

Афарин, Салауат Рафайыл улы!

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: