Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов үҙенең 101 йәшен билдәләне. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
Фәтхулла Юламанов Аҡъярҙа 7-се класты бөтөп, колхоздың төрлө эшендә эшләп, бил нығытып йөрөгәнендә мәкерле Гитлер фашистары Советтар Союзына вәхшиҙәрсә баҫып инә. 1942 йылда 1923 йылда тыуғандар фронтҡа саҡыртыла башлай. Фәтхулла Юламанов та, Шишмә, Дәүләкән райондарында хәрби әҙерлек үткәндән һуң 776-сы пехота дивизияһы составында Сталинград өсөн барған һуғышҡа ташлана.
–Сталинградҡа табан беҙҙе йәйәүләп алып барҙылар. Бөтә нәмә емерек, ерҙең аҫты өҫкә әйләнгәйне. Донды борамдарға тейәлеп аша сығып, оборона тоттоҡ. Көстәр тигеҙ түгел, дошман ут яуҙыра, беҙҙекеләр ҙә бирешмәй. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә аяғым яраланды, башыма ла бомба ярсығы эләкте, - тип күҙ йәштәре аша хәтерләй ул мәхшәр мәлдәрҙе ҡарт һалдат. - Шулай бер мәл, ал-ял белмәй һуғышҡан саҡта, беҙҙекеләр нисектер алға китеп, дошман беҙҙе урап үткәнме, 100-ҙән ашыу кеше ҡамауҙа ҡалып, пленға эләктек. Немецтар совет һалдаттарын ике-өс ай тирәһе сусҡа һарайында бикләп тота. Суровикино станцияһында уларҙы ҡайҙалыр алып китергә йыйынғандарында совет ғәскәре был ергә күпләп бомба ырғыта. Мәхшәр мәлендә күптәр ҡаса, Фәтхулла ла ике рус егете менән бер машинаға ултырып китә. Русса йүнле һөйләшә лә белмәгән ипле башҡорт егетен юлаусылары ярты юлда ташлай ҙа китә. Украина еренә барып сығып, шунда көндөҙ соҡорҙа йәшенеп ятып, төндә генә йөрөп, серек алма менән тамағын туйҙырған ваҡыттары аҙ булмай уның. Ябығып, йонсоп киткән ир-егетте кешеләр күрһә, ҡоттары осоп ҡаса башлай. Унан уны румын һалдаттары шәйләп алып, самолеттан төшөрөлгән диверсант тип, бер килке яфалай, бер туҡтауһыҙ һорау ала. Тамам хәле бөткән Фәтхулланы бәҙрәф кеүек урында бикләп тоталар. Көнө-төнө иҫтән яҙҙырғансы туҡмайҙар. Румындар, нисек кенә туҡмалһа ла, ауыҙынан бер тыны сыҡмаған совет һалдатының ныҡлығына аптырай. Шунан уны Польшалағы лагерға оҙаталар. Унда эргә-тирәләге илдәрҙән кешеләр килеп, тотҡондарҙы үҙҙәренә эшкә һайлап алып йөрөгән. Ат менән эш итә белгән Фәтхулланы итальяндар алып ҡайтып китә. Шулай итеп, ул эшләп тамаҡ туйҙыра, шул мәлдә партизандарға эләгеп китеп, шулар менән өс-дүрт ай үтеүгә кеше яҙмыштарын пыран-заран килтергән ҡәһәрле һуғыш та тамамлана. Һуғыш бөткәс, шул тирәләге лагерҙарҙа тотҡонда булған 25 меңләп кешене бер урынға йыялар. Шуларҙың меңдән ашыуы ғына Тыуған илгә ҡайтырға теләге булыуын белдерә. Ҡалғандарының да үҙ ерҙәренә бик ҡайтҡыһы килә лә ул, әммә улар, Иосиф Сталиндың «Хәрбиҙәрҙең пленға эләгеүе һәм дошманға ҡорал ҡалдырыу яуаплылығы тураһында»ғы 270-се бойороғо менән яҡшы таныш булғанлыҡтан, был уйҙарынан кире ҡайта. Сөнки ул мәлдә тотҡонлоҡҡа эләгеү Тыуған илгә хыянат итеүгә тиңләнә. Ниндәй генә михнәт күрһә лә, бындай аҙымға бармаған Фәтхулла, ни булһа ла булһын ти ҙә, ҡайтыу яғын ҡарай. Ул бер нәмәне яҡшы белә: үҙ теләге менән дошман яғына сыҡманы, бер ваҡытта ла һатылып, илебеҙгә ҡаршы эш алып барманы. Пленға хәрби алыш мәлендә, яраланып, ҡанһырап, иҫһеҙ ятҡанында эләкте. Уларҙы Австрияға оҙаталар. Артабан Фәтхулла Чехословакия, Венгрия ерендә хеҙмәт итә. 1947 йылда инде уларҙы Литваға алып киләләр һәм тотҡонға эләккәне өсөн яза биреп, тағы ете йылға Себер тарафтарына ауыр эшкә оҙаталар. Мәңгелек боҙ ятҡан төбәктә ир ҡорона инеп, ҡылмаған гонаһтары өсөн тулы яза алып, Сталин үлгәс кенә -1953 йылда ғына Аҡъярға ҡайтып төшә. Фәтхулла Юламанов ҡайтып ингәндә илебеҙ һуғыш михнәттәренән арынып, емереклектәр тергеҙелеп, тормош матурланып килгән саҡ була. Күрше ҡыҙы Гәүһәргә өйләнеп, матур итеп йәшәп китәләр, бер-бер артлы биш балалары тыуа. Колхозда ең һыҙғанып эшләп йөрөгән мәлдә -1961 йылда һуғыш яралары үҙҙәрен һиҙҙертә башлай. Аяғы шешеп китеп, оҙаҡ дауаханала ята. Табиптар һул аяғын ҡырҡырға ҡуша. Түҙемлеге, ныҡлығы менән сит ерҙәрҙә лә үлем тырнағынан ҡотолоп ҡалған башҡорт ир-егете был юлы ла, даими гимнастика яһап, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеп, аяғын һаҡлап ҡала.
Тыуған көнөгөҙ менән, Хәйбулла ветераны!
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.