Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
25 Июль , 08:00

Ағинәй 100 йәшен билдәләне

Уның изге күңелл, аҡыллы, ныҡ булыуы барыбыҙға ла өлгө булып тора. 

Ағинәй 100 йәшен билдәләне
Ағинәй 100 йәшен билдәләне

Ошо көндәрҙә Илеш районының Сейәле-Әтәс ауылынан Вәсимә Әхмәҙуллинаға 100 йәш тулған.
Вәсимә Ғарип ҡыҙы 1924 йылдың 23 июлендә Илеш районы Исәмәт ауылында тыуған. Ғаиләлә унынсы бала була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустыһы менән апаһы ғына иҫән ҡала.

"Кулак" мөһөрө тағылған ғаилә башлығы репрессияға эләгә. Вәсимәнең әсәһе өс сабый менән урамда тороп ҡала, уның бала сағы михнәтле үтә. Яҙмыш уларҙы Гремучий Ключ ауылына алып килә, шунда яңы тормош башлайҙар.

Вәсимә бәләкәйҙән иҫ киткес ныҡлыҡ күрһәтә, ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп башҡара. 1953 йылда ул Сейәле-Әтәс ауылы егете, буласаҡ тормош иптәше Мәҡсүт менән осраша. Улар бәхетле ғаилә ҡороп, 59 йыл бергә йәшәй.

Бөгөн Вәсимә инәй ҡыҙҙары, алты ейәне, биш бүләһенең хәстәре һәм наҙына ҡойоноп йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итергә тырыша, белемен, тормош тәжрибәһен уларға еткерә.

"Уның изге күңелле, аҡыллы, ныҡ булыуы барыбыҙға ла өлгө булып тора. Һеҙгә һаулыҡ, яҡындарығыҙ менән бәхетле тормош теләйем", - тип яҙа социаль селтәрҙә Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Илеш йөҙйәшәрен беҙ ҙә олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фото: "Маяҡ" гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: