Төбәк етәксеһе конкурс еңеүселәрен ҡотланы һәм гран-при яулаусыларға сертификаттар тапшырҙы.
– 2020 йылда, пандемия ваҡытында беҙ ошо проектты булдырғайныҡ. Уның идеяһы ябай: кеше ғүмере буйы нимәлер эшләй, дәүләткә, ғаиләһенә энергияһын, хис-тойғоларын, һаулығын бирә. Артабан иһә ул олоғая башлай. Ошо ваҡытта ике юлдың береһен һайларға кәрәк: яйлап ҡына “һүнергә” йәки рәхәтләнеп артабан да йәшәү. Шуға ла беҙҙә ошо проект барлыҡҡа килде. Райондарға барғанда экскурсияла йөрөгән ветерандарҙы күрһәм, күңелгә рәхәт булып китә, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ оло йәштәге кешеләрҙең тормошона ирекмәндәрҙең тос өлөш индереүен билдәләп үтте.
”Башҡортостанда оҙон ғүмер“ республика иң яҡшы тәжрибәләр фестивале Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарыла. Уның маҡсаты – өлкән быуын кешеләренең потенциалын асыу, уларҙың хәҙерге донъяға социаль яраҡлашыуы һәм әүҙем тормошон дауам итеү өсөн иң яҡшы башланғыстарҙы асыҡлау һәм таратыу.
Фото: glavarb.ru