Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
7 Сентябрь , 10:15

Аҡъяр һайлау участкаһында –101 йәшлек ветеран!

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы.

Аҡъяр һайлау участкаһында –101 йәшлек ветеран!
Аҡъяр һайлау участкаһында –101 йәшлек ветеран!

Хәйбулла районын Аҡъяр ауылында йәшәгән 101 йәшлек Бөйөк  Ватан һуғышы ветераны, хөрмәтле аҡһаҡал Фәтхулла Юламанов  район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһына ҡыҙы Гөлшат менән килгән.

Фәтхулла Әһлиулла улы  районда иң оло ветеран. Ул 1923 йылдың 15 июлендә Аҡъяр ауылында донъяға килгән. 1942 йылдың 5 мартында әрме сафына алына. Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, аяғы һәм башы яраланып, госпиталдә дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 йәшлек егеттең  тыуған яғына ҡайтыуы  бик оҙон һәм ғәрәсәтле була. Һынмаҫ рухы  менән көслө Фәтхулла Юламанов 1954 йылда тыуған Аҡъярына ҡайта.  Тормош иптәше Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән 58 йыл татыулыҡта йәшәп, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн аҡһаҡалды балалары, бихисап ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре хәстәрлек менән уратып алған.

"Бер һайлауҙан ситтә ҡалғаным юҡ, былтыр ғына өйҙә тауыш бирҙем. Бөгөн Башҡортостан Башлығын, республика яҙмышын һайлағанда һайлау участкаһына үҙем килергә теләнем. Республикабыҙ киләсәге яҡты булһын," - ти 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Афарин, ветеран!

Фото һәм сығанаҡ: Мәрйәм Иманғолова

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: