Бер байрамды ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, халыҡты ҡыҙыҡлы видеояҙмалары, күңелле йырҙары менән ҡыуандырып торған Учалы таланты Булат Пирғәлин Өлкән йәштәгеләр көнөн дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған һәм бик матур видеояҙма төшөргән.
"Ҡәҙерле ололарыбыҙҙы ысын күңелдән оло байрамдары - ӨЛКӘН ЙӘШТӘГЕЛӘР КӨНӨ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙ - донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Ысын күңелдән һеҙгә беҙҙең теләктәр: ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәргә яҙһын һеҙгә!
"Аҡ ҡалпаҡ"тарҙан байрам күстәнәсен ҡабул итеп алығыҙ. Байрам менән!"- тип яҙған.
Учалы таланттарының изге теләктәренә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ!
Фото: видеояҙманан скриншот.
Сығанаҡ: Булат Пирғәлиндең шәхси сәхифәһенән.