Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Ноябрь , 13:00

Фәриҙә инәй шиғыр ҙа яҙа

Уны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотларға ауыл советы хакимиәте етәкселәре лә килде.

Фәриҙә инәй шиғыр ҙа яҙа
Фәриҙә инәй шиғыр ҙа яҙа

 Ишембай районының Ураҙбай ауылында йәшәгән Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы Әйүпова – Һуғыш балаһы. Уны 90 йәшлек юбилейы менән ҡотларға ауыл советы хакимиәте етәкселәре лә килгән, тип хәбәр итә bash.news.

Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы ҡотлауҙарҙы ҡабул иткәндән һуң хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уның атаһы фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙ үгәй әсәй һәм өләсәһе ҡарауында үҫкән. Аслыҡ йылдары айырыуса күңелендә ауыр хәтирәләр ҡалдырған, Фәриҙә инәй бәләкәйҙән ауыр эшкә йәлеп ителгән.

Хаҡлы ялға тиклем колхозда, аҙаҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Тормош иптәше менән бергә алты бала үҫтергән. Ғүмер байрамын ҡаршылағанда ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүлә-бүләсәрҙәре лә  ауылға ҡайтҡан. Яҡындары әйтеүенсә, Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы шиғыр яҙыуға ла маһир, шиғриәткә ғашиҡ, нескә күңелле инәй.Беҙ уға оҙайлы бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Фото: https://bash.news/bash/news/page/2

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: