Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсғәт Минһажетдинов ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников өйөнә барып ҡотланы.
Әсғәт Минһажетдинов 1924 йылдың 5 декабрендә Бөгөлмәлә тыуған, репрессиялар һәм ауыр һуғыш йылдарын кисергән. 17 йәшендә Ҡыҙыл Армия сафына алынған, Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарындағы алыштарҙа ҡатнашҡан, дүрт тапҡыр яраланған, һәр ваҡыт кире сафҡа баҫҡан. Һуғыштан һуң Әсғәт Асҡар улы Өфө медицина училищеһын һәм Башҡорт медицина институтын тамамлай. Медицина фәндәре кандидаты, доцент, юғары категориялы табип һәм 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Хәрби батырлығы өсөн ул орден-миҙалдар, шул иҫәптән “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Сығанаҡ: “Юлдаш” радиоһы төркөмө (https://vk.com/uldash_fm)