70 йыл буйы бер ҡыйыҡ аҫтында, бер үк хәстәрлектәр, бер үк уй-теләктәр менән йәшәп ҡара! Ошо ҡәҙәре йылдар һуҙымында бер-береһенә күпме йылы һүҙҙәр әйтелгәндер, яҡты тойғолар бүләк ителгәндер, уныһын Шәкирә һәм Байтура Солтановтар үҙҙәре генә белә торғандыр.
Үҙеңде яратҡан, хөрмәт иткән,йәшәргә ышаныс биргән, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған кеше менән тормош көтөү – үҙе оло бәхет.
Шуныһы ҡыҙыҡ, парҙар бер-береһен фотолары аша эҙләп тапҡан.Байтура Ҡыҙыл Ырғыҙлылағы апаһына ҡунаҡҡа килә, үҙен берәй аҡыллы ғына ҡыҙ менән таныштырыуҙарын һорай. Апаһы күршелә генә өс апалы-һеңлеле ҡыҙҙар үҫеүен , өлкәненең йәше буйынса ла, егеттең тап талаптарына ла яуап биреүен әйтә. Күп тә үтмәй, ҡыҙҙың фотоһы ла табыла. Буласаҡ “киленгә” егеттең фотоһы тапшырыла.
Йәштәр бер-береһен оҡшата, яҡындан танышалар. Туй гөрләп үтә, шул ваҡыттан алып улар гел бергә. Хеҙмәт ветерандары ғүмер буйы “Ҡыҙыл Еҙем” колхозында эшләй.
Ғаилә башлығы Ҡыҫынды ауылынан. 14-15 йәшендә ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Тракторсы- слесарь һөнәрҙәренә эйә була. Аҙаҡ Сахалинда армияла хеҙмәт итә.
Байтура Йәнтүрә улы ғүмер буйы алдынғылар рәтендә була, уны профессиональ балта оҫтаһы булараҡ хөрмәт итәләр. Хеҙмәт стажы ҡырҡ йылдан ашыу. Намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалға лайыҡ булған. Әле уға 94 йәш, хәләл ефетенә – 91.
Шәкирә 9-сы класты тамамлағас, тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башлай. Аҙаҡ колхозда төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә, маҡтау һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
Әле лә Солтановтар малсылыҡ менән шөғөлләнә, ҡош-ҡорт тота, ихаталары йәмле. Өлкәндәр эргәһенән ошо уҡ ауылда йәшәгән улдары Алик менән килендәре Венера китмәй.
Солтановтар дүрт ул һәм ике ҡыҙ үҫтергән. Инде өлкән улдарына 70 йәш тулып килә. 12 ейәндәре, алты бүләләре шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәй, йәшәргә көс бирә. Өләсәй менән олатай бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тормош көтә, ҡайһы саҡта бер ҡараштан да аңлайҙар, артыҡ һүҙҙең кәрәге юҡ, ти улар.
ЗАГС бүлеге начальнигы Наталия Березенкова тормош юбилярҙарына Башҡортостан Башлығы исеменән Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Татьяна Ғәлина һәм Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһе башлығы Владимир Антипин иң яҡшы теләктәрен еткерҙе.
Фото: https://goskomjust.bashkortostan.ru/presscenter/news/681787/