Ветеран
9 Ғинуар 2025, 10:00

Нәзирә инәй 101-се йәшенә аяҡ баҫты

Был ғаиләлә икеләтә шатлыҡ...

Нәзирә инәй 101-се йәшенә аяҡ баҫтыНәзирә инәй 101-се йәшенә аяҡ баҫты
Нәзирә инәй 101-се йәшенә аяҡ баҫты

Яңы йылды икеләтә байрамдар һәм шатлыҡтар менән ҡаршылағандар икеләтә бәхет кисерә бөгөн. Шуларҙың береһе - Ҡырмыҫҡалы районының мәғәриф ветераны Нәзирә Лотфулла ҡыҙы Гәрәева 100 йәшен билдәләне.

 Райондың Ветерандарҙы, инвалидарҙы һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе яҡлау фонды директоры Рөстәм Әминев Нәзирә Лотфулла ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлап, хеҙмәт ветеранына һәм уның яҡындарына  һаулыҡ һәм оҙайлы ғүмер теләне.

Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм юбилярға бәхетле ҡартлыҡ, һөйөнөстәр генә теләйбеҙ.

Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас