Ветеран
11 Ғинуар 2025, 19:15

105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...

Йөҙйәшәр бөгөн дә тормоштан йәм табып йәшәй, Сталинградҡа һәм тарихи көндәргә бағышлап шиғырҙар яҙыуын дауам итә.

105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...
105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...

Сталинград янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашҡан Мусайра Фәтихованы 105-се тыуған көнө менән ҡотланылар, тип яҙа “Башинформ”. Йөҙйәшәрҙе ҡотларға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һәм Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов килде.

Мусайра Ноғоман ҡыҙы фронтҡа 1942 йылда эләгә, уға 23 йәш була. Дүртөйлө районынан йыйылған 50 ҡыҙ менән ул да айырым эшелонда ҡан ҡойошло һуғыш барған ҡалаға оҙатыла. Ҡыҙ зенитсы, артиллерия полкы батареяһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Атырға, снарядтар ташырға, хәрби поста һәләк булған иптәштәрен алыштырырға тура килә.Ҡаһарман яҡташыбыҙ полк составында Берлинға тиклем барып етә.

Ветеран өсөнсө дәрәжә Дан, Ватан һуғышы ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Тыныс ваҡытта Мусайра Фәтихова рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Балалар үҫтерә, ейәндәре һәм бүләләре бар. Йөҙйәшәр бөгөн дә тормоштан йәм табып йәшәй, Сталинградҡа һәм тарихи көндәргә бағышлап шиғырҙар яҙыуын дауам итә.

Фото: Ғәзизйән Әхмәтйәновтың телеграм-каналынан.

105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...
105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...
105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...
105 йәш тә ижадҡа ҡамасау түгел...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас