Борай районының Сәйет ауылында йәшәгән Әниә Ғилфан ҡыҙы Солтанғәлиева бер быуатлыҡ юбилейен ҡаршы алды, тип яҙа "Алға".Тормош иптәше Фәйзелғаян менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Ауыр һуғыш йылдары йәшлек йылдарын урлаһа ла, Әниә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, эштән ҡурҡмай, хеҙмәттән йәм табып йәшәргә тырыша. Ер кешеһе ул. Һуғыш осоронда Чапаев исемендәге колхозда ир-аттан ҡалышмай тракторсы, комбайнер булып эшләй.
Әниә Ғилфан ҡыҙы оҙаҡ йәшәүҙең серен йәш саҡта төрлө үләндәр менән туҡланыуҙан күрә. Хәҙерге тормошо менән бик ҡәнәғәт,”ожмахта йәшәйем”, ти ул.
Гөлназ Хужина фотоһы.