Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Иҙрис Сафа улы Вәлишин 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршы алды, тип хәбәр итә “Звезда” гәзите.
Йөҙйәшәр бер быуатлыҡ юбилейын туғандары һәм яҡындары мөхитендә билдәләп, бик күп ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте. Хеҙмәт ветеранына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәре белдерелде.
Ветерандарҙың район советы рәйесе Эльвира Мөлөкөва, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Альберт Насиров, Яңғыҙҡайын ауыл хакимиәте башлығы Ғаян Фәйезов, ауыл ветерандар ойошмаһы рәйесе Флүр Ҡаһарманов, Яңғыҙҡайын урта мәктәбе уҡытыусыһы Наил Ғәликәев, район гәзиттәре вәкилдәре ихлас күңелдән юбилярҙы ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡшы кәйеф теләне.
Беҙ ҙә яҡшы теләктәргә ҡушылып, Иҙрис Сафа улына рух ныҡлығы, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/zvezdagafuri