70 йыл ғүмерҙе ҡулға-ҡул тотоношоп үтеү, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашып йәшәү, бер-береңә хөрмәт һәм һөйөүҙе юғалтмау бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. Ә бына Бушуевтар ғаиләһе ете тиҫтә йыл буйы гел бергә булыуы менән бәхетле. Тормош юбилярҙары балаларын, ейәндәрен үҫтереп, хәҙер бүләләре хәстәрҙәре менән йәшәй. Оло берҙәм, татыу ғаилә – Бушуевтарҙың иң ҙур ҡаҙанышы.
Юрий Аркадьевич һәм Валентина Алексеевна – билдәле спортсылар, күп яҡлы, иҫтәлектәргә бай, йөкмәткеле тормоштары менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Балалары ла спортсы, алты ейәндәре һәм биш бүләләре бар. Уларҙың араһында спорт мастерҙары һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүселәр етерлек.
Тормош юбилярҙарын Башҡортостан Башлығы һәм Киров районы хакимиәте башлығы исеменән район ЗАГСы бүлеге начальнигы Наилә Сәйетғәлина һәм Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары О. Әхмәҙуллина ҡотларға килде һәм иҫтәлекле бүләктәр, ҡотлау адрестары тапшырҙы. Ветерандарға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!