Була бит шундай тылсымлы ҡулдар: улар ябайлыҡтан да бар кешене хайран итерлек матурлыҡ тыуҙыра, атлас таҫмаларҙан күҙҙең яуын алырлыҡ мөғжизә яһай. Ошондай һоҡланғыс оҫтабикәләрҙең береһе менән Хәйбулла районына командировкаға барғанда таныштыҡ. Мөслимә Бохарбаева–Аҡъяр ауылында йәшәй һәм сағыу таҫмаларҙан иҫ киткес картиналар эшләй.
Ҡул эшенә ҡарата һөйөүе Мөслимә Ғатаулла ҡыҙының бала саҡтан килә: бәләкәй ҡыҙ әсәһенең теккән һәм сиккән әйберҙәрен күреп үҫә, үҙе лә ҡул эштәре менән булыша. Тәүҙәрәк ултырғыс, диван ябыуҙары, салфеткалар бәйләй, сәйлән менән сәскә гөлләмәләре эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, матурлыҡҡа ғашиҡ ханым башкөллө ҡул эштәренә тотона. Ә инде атлас таҫмаларҙан картиналар эшләүгә Өфөләге бер оҫталыҡ дәресе сәбәпсе була.
—Өфөгә ҡыҙыма ҡунаҡҡа барғанда Якутов исемендәге паркка ял итергә барғайныҡ, унда Сәскәләр байрамына тап булдыҡ һәм шунда бөхтә генә кейенгән бер ҡатындың картина эшләү буйынса оҫталыҡ класы үткәргәнен ҡараным, ҡул эштәре менән таныштым. Өфөнән ҡайтҡас үҙем дә картиналар эшләп ҡарарға булдым. Һуңынан был картина эшләгән Рима Абакова менән интернет аша танышып, әле аралашабыҙ. Ул минең социаль селтәрҙәргә ҡуйған ҡул эштәремде ҡарап, дәртләндереп тора,–ти Мөслимә Бохарбаева.—Таҫмалар менән эшләү шул тиклем мауыҡтырғыс, уға бер тотондоңмо, ташлап булмай. Ә инде тотош картинаны ижад итеп бөткәс, уның матурлығын күреү–эшеңдең төп ҡыуанысы. Кемгәлер картинам оҡшап, уны һатып алыусылар табылһа, икеләтә ҡыуанам. Ни тиһәң дә үҙ ҡулдарың менән тыуҙырылған картиналарым күптәрҙең йорт интерьерын биҙәй, кешеләргә яҡшы кәйеф ләк итә. Һораусылар ҙа күп, эшләп бөтөп сәхифәмә ҡуйып та өлгөрмәйем, шунда уҡ һатып алыусылар табыла. Себер тарафтарында ла, Татарстанда, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Новотроицк, Орск ҡалаларында, үҙебеҙҙең районда ла бүләккә һатып алыусылар бик күп.
Мөслимә Бохарбаева картиналарҙы заказ буйынса ла эшләй. Яҡынса бер картина ижад итеү өсөн бер аҙна тирәһе ваҡыт кәрәк. Тәүҙә төрлө үлсәмдәге атлас таҫмаларға заказ бирелә. Рамдар һатып алына, төрлө буяуҙар һәм башҡа кәркле әйберҙәр алына. Бөгөн был тәңгәлдә интернет–магазиндарҙың ярҙамы ҙур, кәрәк икән, шунда уҡ заказ бирергә, алдыртырға мөмкин.
Мөслимә Бохарбаеваның ҡул эштәре районда үткән төрлө күргәҙмәләрҙә, район һәм Урал аръяғы райондары, Ырымбур өлкәһе һабантуйҙарында, мәртәбәле байрамдарҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Шулай уҡ Хәйбулла оҫтаһының эштәре былтыр республика ҡул оҫталары менән Өфө ҡалаһында ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнашҡан.
—Ҡул эше–бик мауыҡтырғыс шөғөл ул. Ижади ҡомар, бар донъяңды онотоп, ҡайғы–хәсрәттәреңде бер аҙға ситкә ҡуйып, ошо эшкә тотоноаһың. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, тик күңелдә уны тиҙерәк тамамлап, һуңғы һөҙөмтәне күреү теләге генә,–тип йылмая әңгәмәсем.
Бөгөн алтын ҡуллы хужабикәнең бер бүлмәһе оҫтахананы хәтерләтә: өҫтәлдә тамамланмаған картина ята, бер яҡ ситтә төрлө үлсәмдәге рамкалар, сағыу таҫмалар, төрлө ептәр, буяуҙар урын алған.
Автор фотолары