Һуғыш йылдарында тыл хеҙмәткәрҙәре ҙур батырлыҡ күрһәткән. Ғәйәт ҡатмарлы, ауыр замандарға ҡарамаҫтан, улар фронтты аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итә, ер һөрә, иген ура, елгәрә – барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡатыны, тыл хеҙмәткәре - Иҫке Мутабаш ауылында йәшәгән Гөлнәфисә Нәбиуллина 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Уның яҙмышы ябай түгел. Атаһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙ ғаиләләге һигеҙ бала араһында үҫә, бик тиҙ ҡул араһына инеп, иртә таңдан ҡараңғыға тиклем эш өҫтөндә була.
Бары дүрт класты ғына тамамлай. Ҡаҙансы мәктәбенә йөрөп уҡыу ҙур һынау була. Күпер булмағас, йылға аша кәмәлә сығырға кәрәк.
Һуғыш башланғас, бөтә ауыр эштәр ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Нимә генә кисерергә тура килмәй! Аттарҙы егеп, ер һөрәләр, ҡайһы саҡта үҙҙәре лә егеләләр. Утын әҙерләйҙәр, тимер юл станцияһынан орлоҡ ташыйҙар.
Тормош иптәше Зарифйән Мөхәмәтзариф улы ла ошо ауылдан, бөтә һуғышты үтеп, бик күп наградалар менән тыуған ауылына ҡайтып төшә. Йәштәр өйләнешә. Икеһе лә колхозда эшләй, 60 йыл бергә йәшәп, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хөмәйрә, Гөлсәсәк һәм Гөлсәниә ата-әсәне һөйөндөрөп, ярҙам итеп йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡыҙҙарыХөмәйрә 1986 йылда вафат була. 2010 йылда ире Зарифйән дә баҡыйлыҡҡа күсә. Гөлнәфисә инәйгә тағы бер оло юғалтыуҙы кисерергә тура килә – ҡыҙы Гөлсәсәк яҡты донъяны ташлап китә. Ейәне Ришаттың вафатынан һуң да үҙендә йәшәргә көс таба ветеран.
Әле кесе ҡыҙы Гөлсәниә Яр Саллыла йәшәй, әсәһе менән тығыҙ бәйләнештә. Хеҙмәт ветераны бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Уның ейәне Рауил да ғаилә традицияһын дауам итә, Афған һуғышында ҡатнашып, ил мәнфәғәттәрен яҡлауҙа батырлыҡ күрһәткән. Бөгөн бүләһе Илнур ҙа Ватан һағында тора, махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.
Юбиляр килене Ильвера хәстәрлегендә йәшәй. Дүрт ейәне, 16 бүлә һәм бүләсәре өләсәләрен онотмай, ярҙамлашып, хәл белешеп тора.
Фото:”Аскинская новь” гәзите сайты.