Башҡортостанда инвалидлығы булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың торлаҡтарын уңайлаштырыу буйынса саралар дауам итә.
Дмитрий Ивановты быйылдан алып “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы хәстәрләй. Социаль координатор Айгөл Ҡәнзәфәрова Дмитрийға инвалидлығы булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға федераль һәм республика ярҙам саралары тураһында ентекле мәғлүмәт бирә.
Ветеран курстарҙа уҡып, ҡул менән идара иткән транспорт сараһын файҙаланыу һәм идара итеү үҙенсәлектәрен үҙләштереүе тураһында сертификат алған. Торлағын уңайлаштырыуға ла ғариза тапшырған. Бындай мөмкинлектәр тураһында уға социаль координатор әйткән һәм тейешле документтарҙы йыйырға ярҙам иткән.
Дмитрийға “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалының социаль координаторы, фондтың республика филиалы етәксеһе урынбаҫары составында махсус комиссия килгән. Комиссия торлаҡты тикшергән, ул уңайлы булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген билдәләгән.
-Яугирҙең аяҡтары ампутацияланған. Уға кухня гарнитуры, кухня мебеле, душ кабинаһы, раковиналар тейеш. Ишектәр ҙә алмаштырыласаҡ, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалының инвалидтар менән эшләү буйынса секторының координаторы Эльмира Егорова.
Дмитрий Ивановтың йортонда “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйыласаҡ.
- Ветеран уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн барыһы ла “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды иҫәбенә эшләнәсәк, - ти Эльмира Егорова.
2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың июленә тиклем филиалға торлаҡты яҡшыртыуға 127 ғариза тапшырылған. Улар араһында 105 йорт тикшерелгән, 36-һы уңайлаштырылған.
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан:
Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эшләү ваҡыты: 9 - 18 сәғәттәрҙә. Ял көндәрһеҙ.
Автор фотоһы.