Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
4 Сентябрь 2025, 18:40

“Мин ниндәй бәхетле кеше!”

Ветеран 100 йәшендә лә тик тормай, гөлдәргә һыу һибә, һауыт-һаба йыуа һәм оҙайлы бәхетле быуат өсөн Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡый.

“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Шәмсикамал инәй Сабитова 100 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Ул Ғафури районында тыуып үҫкән. Һуғыш ваҡытында колхозда эшләгән, балалар уҡытҡан. Офицер ҡатыны булараҡ, ике балаһы менән гел генә күсенеп йөрөргә тура килгән. Камчатка, Балтика илдәре, Львов ҡалаларынан һуң Стәрлетамаҡта төпләнгәндәр. Хаҡлы ялға сыҡҡансыға ҡәҙәр “Авангард” заводы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләргә тура килгән.

Юбилярҙы “Авангард” предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Мочалин, бүлек начальнигы Евгений Куликов, предприятиеның ветерандар советы вәкиле Наталия Анчина ҡотларға килде. Бүләктәр, сәскә гөлләмәләре, Рәсәй Президенты Вдадимир Путиндан һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан Ҡотлау хаттары юбилярға  тапшырылды.

– Мин ниндәй бәхетле! – тигән һүҙҙәрҙе хеҙмәт ветеранына бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура килде. Уның өс ейәне һәм дүрт бүләһе бар. Ветеран ошо йәштә лә тик тормай, гөлдәргә һыу һибә, һауыт-һаба йыуа һәм оҙайлы бәхетле быуат өсөн Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт уҡый.

Сергей Крамсков фотолары.

 

 

 

“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
“Мин ниндәй бәхетле кеше!”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас